Главная » 2021 » Январь » 11 » "Беҙ үҫтергән миләш..."
19:14
"Беҙ үҫтергән миләш..."
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында (15 ғинуарында) Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929–1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға.

60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителгән яҙыусы ул. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла. 1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы. 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

“Беҙ үҫтергән миләш
Һаман бөҙрә, көләс,
Япраҡ яра, япраҡ — һин киткәс.
Аңламайым һис, һис —
Япраҡ яра нисек,
Нисек япрак яра һин киткәс?..”

Күренекле әҙибә Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева һүҙҙәренә Нур Дауытов көй яҙған “Миләш” йырын нисәмә быуын яратып тыңлай. Иң тәүҙә уны Ғәли Хәмзин башҡарыуында ишеткәндер йыр-моң һөйөүселәр. Күптән ретро йырҙар иҫәбендә йөрөһә лә, йәштәр ҙә йырҙы үҙ репертуарына алып, яңыртып, төрлө сәхнәләрҙән яңғырата, яратып башҡара.

Шағирә Фәниә Чанышева үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: “Алкино станцияһы янында яҙыусыларҙың “Аҡлан” тигән ауылы бар. Шунда яҙыусылар күмәкләшеп йәшәне, ижад итте. Беҙ әҙибәнең ғаиләһе менән утыҙ йылдан ашыу аралашып көн күрҙек “Аҡлан”да. Ғәзиз ағай йорто эргәһенә миләш ултыртты. Ул тиҙ үк үҫеп китте, көҙөн ялҡын һымаҡ ҡыҙыл емештәре менән балҡып ултырыр ине. Ғәзиз ағай вафат булғас, Зәйнәб апай бик болоҡһоно, тап шул саҡта ул “Миләш” шиғырын яҙҙы. Ул моңһоуланып был шиғырҙы беҙгә уҡыр ине...”.

Әҙибә “Аҡлан”да яҙыусылар Яңыбай Хамматов, Әнғәм Атнабаевтарға күрше булған. Яңыбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл апайҙың шәхси фотоархивында ҡасандыр яҡташыбыҙ йәшәгән, илһамланып ижад иткән йорто, үлемһеҙ йыр биргән миләш ағасы төшөрөлгән фото ла һаҡлана. “Атайым менән Зәйнәб апай оҙаҡ-оҙаҡ ижад тураһында һөйләшеп ултыра торғайнылар. “Миләш” йырын беренсе тапҡыр ишеткәс, Ғәзиз ағайҙы иҫкә төшөрөп иланым. Йырҙың һүҙҙәрен шунда уҡ ятлап алғайным. Ҡайһы саҡта күңелем тулып, атайымды юҡһынғанда йырлайым...

Миләш ағасы бөйөк яҙыусының ижад емеше һымаҡ һәр осорҙа ла матур, һәр осорҙа ла йәмле, йәнле: яҙ көндәрендә ап-аҡ сәскәгә төрөнә, йәй буйына тирә - яҡты йәмләп ултыра, суҡланып тәлгәшләнә, ә көҙ еткәс, ҡып-ҡыҙыл емеш бирә...”-ти Гүзәл Яңыбай ҡыҙы.

Айгөл Айытҡолова
Просмотров: 132 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar