Главная » 2022 » Июль » 11 » Ләлә Биишева ҡунаҡҡа ҡайтты
11:17
Ләлә Биишева ҡунаҡҡа ҡайтты
Бәрәкәтле Күгәрсен районының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе ул Ләлә Биишева. Бөгөн ул тыуған яғында ҡунаҡта. Туҡһан йәшен билдәләгән инәй, шөкөр, әле булһа йөрөп тора, форсат сыҡҡан һайын ҡыҙы Роза апай менән тыуып үҫкән төбәгенә ҡайтып әйләнә. "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова уларҙы ҡаршы алды. Ҡунаҡтар Исем ауылында ла булды.

- Күҙ асып йомғансы ғүмер үтә лә китә. Олоғайған һайын тыуған яҡтар, ялан тәпәй йөрөгән бала саҡ һуҡмаҡтары, Оло Эйек буйҙары һағындыра. Йыл да ауылыма ҡайтып, туған-таныштарҙы күреп, әрүәхтәребеҙгә аят бағышлата торғайныҡ. Бына, насип булғас, тыуып үҫкән ерҙәремә быйыл да ҡайттым. Донъялар имен торһон, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, тыуған еребеҙҙең ҡәҙерен белеп, иҫәнлектә -һаулыҡта йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла, -ти ул райондаштарына изге теләктәрен еткереп.


Автор:Айгөл Айытҡолова
Источник - "МОРАҘЫМ" гәзите
Просмотров: 220 | Добавил: РФ | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar