Главная » 2018 » Февраль » 13 » "Мәңге балҡыр рухи хазина"
08:46
"Мәңге балҡыр рухи хазина"
Туйөмбәт ауылында З.Биишеваның йорт – музейендә яҡты, күркәм бүлмәләрҙең береһендә китапханабыҙ урынлашҡан. Китапханабыҙ бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, унда 7000 ашыу китап бар, авторҙарҙың автографлары менән бүләк ителгән китаптары һәм ауылдаштарыбыҙ бүләк иткән китаптар тартмаларҙа урын ала. Ауыл халҡы, балалар китапханаға ихлас йөрөйҙәр, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.

Бына ошо ғинуар айының бер көнөндә китапханала яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына арналған әҙәби, хәтер кисәһе үткәрелде. Кисәбеҙҙе "Хәйерле көн" шиғыры менән асып ебәрҙек, 15 ғинуар Зәйнәб инәй Биишеваға 110 йәш тулған булыр ине, ләкин ғүмер мәңгелек түгел, оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң Башкортостандың, Рәсәй һәм донья халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән, иҫ киткес гүзәл кеше яҡты доньянан китте.

З.Биишева төрлө жанрҙа эшләүсе күп ҡырлы яҙыусы булды; башҡорт ҡатын ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын доньяға сығарған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған, үҙен оҫта хикәйәсе итеп танытҡан, тәржемәсе һәм журналист булараҡ билдәле. Ә инде "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында", "Емеш" исемле романдарҙан торған "Яҡтыға" трилогияһын баһалап бөткөһөҙ. Зәйнәб инәй Биишева ошо трилогияһы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт примияһы бирелде. Кисәбеҙҙә Зәйнәб инәй Биишеваның шиғырҙары, Туйөмбәт вокаль ансамбле башҡарыуында "Миләш" йыры яңғыраны. Ауылдашыбыҙҙың күп шиғырҙарында үҙенең тыуған ауылын, Эйек буйын һағыныуын юҡһыныуын сағылдыра.

Зәйнәб инәй бейеклекте, бөйөклөкте күп ауырлыҡтар аша фәкәт үҙ тырышлығы, күкрәк көсө, хоҙай биргән таланты менән яуланы. Мурзабаева Эльвира башҡарыуында "Әсәйемә" тигән йырҙы һуғыш яланынан ҡаты яраланып ҡайтҡан тормош иптәше Гәзиз ағайҙы ҡараған аҡыллы ҡатынға, өс бына тигән улдар үҫтергән гүзәл әсәгә, ауырыу апаһын тәрбиәләгән хәстәрле ҡатын ҡыҙға – Зәйнәб инәйгә арналды.

Тәбиғәте һәм холҡо менән Зәйнәб инәй Биишева бик йыуаштарҙан булмай, ләкин ул бер ваҡытта ла дөрөҫлөккә хыянат итмәй. Намыҫлыға үтә лә кешелекле, мәрхәмәтле, изгелекле була белде, ә намыҫлыға, ғәйбәтселәргә, ялағайҙарға - рәхимһеҙ булды.

Зәйнәб инәй бер ҡулы менән сабыйҙарының бишеген бәүелтһә, икенсе ҡулы менән милләтенең бишеген бәүелтте, яратҡан халҡына күңел тирбәтерлек йырҙар яҙҙы. Зәйнәб Биишеваның киң таралған йырҙарының береһе "Алтын балдаҡ" йырын Каримова Зәбирә башҡарҙы.

"Хәтеремдә Зәйнәб инәй..." - тиеп кисәбеҙҙәге ҡунаҡтар әҙибә менән осрашыуҙарын иҫкә алып, уй-хистәре менән уртаҡлашты. Зәйнәб Биишева башҡарыуында аудиотаҫма яҙмаһынан "Үтеп барам" шиғыры яңғыраны.

Кешесә бәхетле булдым, яндым, көйҙөм кешесә.
Тыуған илде, гәзиз ерҙе ярһып һөйҙөм кешесә
Кешесә булды бөтәһе, кешесә булды фәкәт
Ҡәнәғәт сабырлы килһен, Илаһи һуңғы сәғәт.

Кеше ғумере мәңгелек түгел, талантлы яҙыусыныңда йөрәге тибеүҙән туҡтағанына 21 йыл булып китте, ләкин уның һоҡланғыс әҫәрҙәре ҡалды. Зәйнәб инәй Биишеваның китаптары һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа, бейеклеккә әйҙәп кешеләрҙе шатландырып, ҡанатландырып торасаҡ. Беҙ инде бөтөн коллектив менән ошо Зәйнәб Биишеваның йорт – музейенда эшләүебеҙгә, уның ауылдаштары булыуыбыҙға ғорурланабыҙ. Бөйөк яҙыусы мәңгелек беҙҙең хәтерҙә, ә уның ижады беҙҙең менән һәр ваҡыт тормошобоҙ юлында.

Кисәбеҙҙе үткәреүҙә ярҙам иткән З.Биишева йорт музейы мөдире Кәримова Зәбирә, уҡытыусы Сафина Гүзәл, Кәримова Фирҙәүс, Ишмөхәмәтова Йәмилә,Кәримова Зәкиә, Мырҙабаева Элвираға ҙур рәхмәтемде белдерәм.


Туйөмбәт ауыл китапханасыһы Протасова Лилиә Ғәлиән ҡыҙы.
Просмотров: 356 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar