Главная » 2019 » Январь » 23 » Милли йөҙөбөҙҙө нисек сағылдырабыҙ?
09:32
Милли йөҙөбөҙҙө нисек сағылдырабыҙ?
Биналар киләсәккә тарихты юллар.

Туйөмбәт ауылында урынлашҡан күренекле әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева исемендәге йорт-музейҙың асылыуына егерме йыл тулды. Министрҙар Кабинетының 1997 йылдың 26 авгусындағы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Мәҙәниәт, Халыҡ мәғарифы министрлыҡтары, Яҙыусылар союзы, район хакимиәте менән берлектә 2000 йылға ҡәҙәр Туйөмбәт ауылында З. Биишева исемендәге йорт-музей асырға ҡушыла.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән был бинаның архитекторҙары – Архитек­торҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторҙары, бихисап биналар проекты авторы Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиев. Тирмә тибында төҙөлгән был йорт-музейҙың үҙенсәлекле тарихы ла бар. Ул Туйөмбәт ауылының перспективаһыҙ тип мөһөрләнгән осоро менән бәйле.

Зәйнәб Биишева тыуған яғына йыш ҡына Мәрйәм Бураҡаева менән бергә ҡай­тып йөрөгән. Шулай бер ауылға ҡайт­ҡан­дарында Туйөмбәттең “киләсәкһеҙ”, йәғни перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә инде­релгәнлеген хәбәр итәләр. Әлбиттә, тыуған ерен, халҡын, милләтен һөйгән ике әҙибә лә был хәбәрҙе бик ауыр кисе­рә, һәм Мәрйәм апай ошо киләсәкһеҙ ауылдар проекты тураһында мәғлүмәт туплай башлай. Йәш булһа ла, яҙыусы, журналист булараҡ, был мәсьәләне мат­буғатта яҡтыртырға баҙнат итә. Шулай итеп, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә (1979 йыл­дың 6 декабрендәге һанында) “Бөгөнгөбөҙ һәм иртәгәһе көнө­бөҙ ха­ҡы­на” тигән мә­ҡәлә донъя күрә. Ул мәҡә­ләнең йөкмәт­ке­һен, оло быуын кешеләре, моғайын, яҡ­шы хәтерләйҙер. Был мәҡәлә Мәрйәм Бураҡаеваның Зәйнәб Биишева тура­һындағы “Оло Эйек ҡыҙы” китабында ла тулы килеш бирелә. Шул мәҡәләгә ул ваҡыттағы Күгәрсен район Советы баш­ҡарма комитеты рәйесе Мөхтәр Шә­ри­повтан “Райондың генеральный планы буйынса Туйөмбәт ауылы перс­пек­тива­һыҙ ауылдар иҫәбенә индерелгән” тигән яуап килә. Ул осорҙа Туйөмбәттә 39 өйҙә 132 кеше йәшәгән, башланғыс мәктәп тә, магазин, 500 баш һыйыр малы иҫәп­лән­гән ферма ла эшләгән, тимәк, халыҡ­тың әҙме-күпме эш урыны ла булған.

Яуаптар ҡәнәғәтләндерерлек булма­ғас, бер йыл тигәндә ошо уҡ темаға тағы бер мәҡәлә яҙа Мәрйәм Бураҡаева. Был йүнәлештә һөйләшеү артабан да дауам итә һәм Мәрйәм апай Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге Төҙө­лөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы Хихлуха менән һөйләшә. Ул перс­пектив пландың халыҡ депутат­тарының район Советтары башҡарма комитеттары тәҡдимдәре нигеҙендә төҙө­лөүен әйтә. Тимәк, бөтә нәмә урындағы етәкселәрҙән торған.

Зәйнәб Биишева ул ваҡытта Мәскәүҙә була, хәбәр алғас, оҙаҡламай ул да ҡайтып төшә һәм икәүләп (1962 – 1986 йылдарҙа Министрҙар Советы рәйесе) Зекериә Аҡназаровҡа инәләр. Йәш кенә булһа ла, ауыл, ер, ил, тел яҙмышына битараф бул­маған Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын Зеке­риә Аҡназаров “Башҡортта һинең һымаҡ тағы ун ҡатын булһа, йәшәрбеҙ” тип ҡанатландыра.

Боҙ ҡуҙғала һәм, күп тә үтмәй, Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Степкиндан “Туйөмбәт ауылы перспективалы ауылдар иҫәбенә индерелде” тигән яуап килә.

Ул хаҡта ла “Оло Эйек ҡыҙы” китабында бик төплө, бөтә дөрөҫлөгөндә матур итеп яҙылған. Ә иң ныҡ ҡыуанғаны, моғайын, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы булғандыр, ти Мәрйәм апай ҙа. Үкһеҙ етемлектә үҫкән әҙибә өсөн тыуған ауылһыҙ ҡалыу илһеҙ, телһеҙ ҡалыуға бәрәбәр булғандыр. “Тыуған ауылһыҙ ҡалыу ҙа етемлек бит ул, һылыу, һиңә рәхмәт, ауылдаштарым онотмаҫ был изгелекте”, – тип ихлас ҡыуана ул һәм, ауылға ҡайтып, йорт һалдырыу хыялы менән яна башлай.

Ошо хыялын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән ауылына тағы бер ҡайта әҙибә. Район етәкселеге, ауылдың киләсәге тураһында һөйләп ышандырғас, ныҡлы ҡарар менән Туйөмбәткә баралар.

“Элек үҙҙәре йәшәгән өй урынына икенсе хужалар йорт һалғас, “Исем” совхо­зының партком секретары Ғилмет­дин Яппаров, Суфиғәли ағай менән бергә байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, бик күркәм бер урынды һайлап, мәсьәләне артабан хәл итеүҙе был уҙамандарға йөкмәтеп, Өфөгә ҡайтып киттек. Туйөмбәттән ҡайтышлай, Исемгә туҡталып, Ғилметдин Яппаров тәҡдиме буйынса боронғо бер йортто ҡараныҡ. Төҙөлөшө буйынса ғәжәп үҙенсәлекле бер йорт ине ул. Тирмә сүрәтендә, үҙе бүрәнәнән, тәҙрә­ләре дүрт тарафҡа ла уйылған. Зәйнәб апайға оҡшаны был йорт. “Бына бит боронғоса тирмәгә оҡшатып төҙөлгән. Архитекторға әллә ни уйларға ла түгел. Алдағы көндә музей итеп ҡалдырылһа ла, үҙенсәлекле”, – тине Зәйнәб апай.

Шуныһы ғәжәп: аҙаҡ Туйөмбәттә архи­текторҙар Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиевтәрҙең проекты буйынса төҙөлгән йорт тап тирмә рәүешендә ҡалҡып сыға. Ә бит улар яҙыусының хыялы тураһында хәбәрҙар түгел ине. Йорт-музей проекты авторҙарына ла күренекле әҙибә исемен­дәге премия тапшырыу быйыл – шул бинаға егерме йыл тигәндә, айырыуса әһәмиәтле булыр ине”, – тип яҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.

Шулай итеп, Туйөмбәттәге йорт-музей, әҙибәнең вафатынан һуң булһа ла, уның изге хыялын тормошҡа ашырыу булып сыға.

Әйткән­дәй, Рудоль Әүсәхов менән телефон аша бәйләнешкә инеп, һөйләшеп тә алдыҡ.

– Был йорт-музей проектын беҙ Наил Ғәлиев исемле архитектор менән бергә эшләнек. Ул ваҡытта мин Башҡортостан Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе, баш архитектор инем. Минең ме­нән бергә эшләгән бер төркөм егеттәргә музейҙы ҡайһылай итеп күҙ алдына килтереүем тураһында идеяны, күҙал­лауҙарҙы биргәс, Наил Ғәлиев һыҙ­ма­ларын эшләне. Төҙөлөш ваҡытында ла барып, сифатлы кирбестәр һайлап, ҡарап йөрөнөк. Үҙ эшенең оҫталары булған төҙөүселәр йәлеп ителде. Милли һыҙатлы бынамын тигән бина килеп сыҡты, минеңсә. Уға тиклем Ғәлимйән Ибраһи­мовтың музейын проектлап, төҙөп тә ҡуйғайныҡ, Кинйә Арыҫлановтың да музейы бинаһын да проектлағайныҡ. Уларҙы ла милли характерҙа булһын тип тырыштыҡ.

Зәйнәб Биишеваның музейын да нәҡ башҡортлоҡ күренеп торһон тип үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Тик уға төкәтмә яһап, бинаны бер аҙ боҙғандар. Проект авторҙары менән килешмәй-кәңәшләшмәй, автор­лыҡ хоҡуҡ­тарын боҙоп ҡуйғандар. Шулай ҙа өндә­шеп, ризаһыҙлыҡ белдереп торманым инде.

– Ә бына тап әҙибәнең хыялын­да­ғыса тирмә тибында проект­лауы­ғыҙҙы осраҡлы күренеш тип ҡабул итәһе­геҙ­ме, әллә бында беҙҙе, башҡорттарҙы, бәйләп торған нескә бер күренеш, рухи сылбыр бәйләнеше бармы икән?

– Үҙемдең ижадта һәр ваҡыт милли һыҙатҡа өҫтөнлөк бирергә, башҡорт архитектураһының йөҙөн булдырырға тырыштым. Өфөләге Профсоюздар йортон күргәнегеҙ барҙыр бит? Бына шуны проектлағанда ла, тау араһынан барған һымаҡ тәьҫир булһын тип, өҫкө ҡатҡа көмбәҙләп тәҙрәләр ҡуйҙыҡ.

Заманында Мостай Кәрим менән осрашҡанда, 82-се йылдарҙа булһа кәрәк, “беҙҙең олатайҙар ысын башҡорт архитектураһы эшләгәндәрме-юҡмы” тип һорағайныҡ. Ул: “Уны мин һеҙҙән һорашырға тейеш бит. Булмаһа, үҙегеҙ милли асылыбыҙ, милли һыҙаттар сағылған архитектур ҡоролмалар уйлап сығарығыҙ ҙа бына шул беҙҙең башҡорт архитектураһы булыр”, – тип яуап бирҙе.

Борондан Бәндәбикә, Хөсәйенбәк кеүек шәхестәрҙең генә кәшәнәләре һаҡланып ҡалған бит. Хәҙерге архитектура тарихы ла нәҡ шул кәшәнәләргә бәйләнгән.

Бына шул архитектур ҡоролмаларға тиңләшергә, биналарҙа халҡыбыҙҙың асылын, тормошон, булмышын һынлан­дырырға ынтылдым проекттарымда. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә лә глобалләшеү күренеше киң таралды. Көнбайыштан килгән “хай-тек” еле ҡағылмай үтмәне. Уны заман талабы тип ҡарарға ярамай, минеңсә. Нимә генә проектлаһаҡ та, милли йөҙөбөҙгә иғтибар итеү шарт.

– Тимәк, биналарҙа ла милли асылыбыҙ сағылырға тейеш?

– Ижадымда бер инанысым бар: үҙенең мәҙәниәтен төҙөй алған, ҡурайы булған милләт архитектурала ла үҙ һүҙен әйтергә тейеш.

Башҡорт рухында милли тәрбиә алған, ғөрөф-ғәҙәттәрен һанлаған, мәҙәниәтен, сәнғәтен, рухиәтен баһалаған архитектор­ҙар булғанда, милли архитектура ла үҫешәсәк. Ысынлап та, архитектор өсөн иң мөһиме – матурлыҡты күрә белеү һәм шуны булдырыу. Бында белем генә түгел, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт тә талап ителә. Үтә лә нескә ижади һөнәр эйәләре тыуҙырған мөһабәт биналар быуаттар аша киләсәккә тарихты ла юлларҙар әле.

Автор: Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Просмотров: 252 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar